+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Декабрь 2017, 16:51

Һүҙ матбуғат тураһында барҙы

Дүшәмбе район хакимиәте башлығы В. Ф. Насретдинов, “Стәрлетамаҡ почтамты” подразделениеһы начальнигы И. Я. Абдуллин, почта бүлексәләре начальниктары, почтальондар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы.

Дүшәмбе район хакимиәте башлығы В. Ф. Насретдинов, “Стәрлетамаҡ почтамты” подразделениеһы начальнигы И. Я. Абдуллин, почта бүлексәләре начальниктары, почтальондар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы.
Бындай форматтағы осрашыу беҙҙә тәү тапҡыр үткәрелде, баҫмаларға яҙылыу кампанияһы барышы, иҡтисади күрһәткестәр хаҡында һорауҙар байтаҡ йыйылғайны. Район хакимиәте башлығы Венер Фәрит улы нәҡ шулар тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ райондың Федоровка, Динес, Бала Сытырман почта бүлексәләренең генә рентабелле эшләүен билдәләне. Ҡалғандарға күрһәткестәрҙе арттырыу тураһында уйларға кәрәк.
Илшат Яхъя улы Абдуллин почта бүлексәләренең эшмәкәрлегенә тулы анализ яһаны. Ул килем һәм сығымдар, почтальондарҙың хеҙмәт хаҡы, уларҙың почта түләүе билдәләрен һатыу, посылкалар ҡабул итеү һәм ебәреү, түләүҙәр ҡабул итеү, милек страховкалау, гәзит-журналдарға яҙылыу һымаҡ хеҙмәттәр күрһәтеүҙәре тураһында бәйән итте. Илшат Яхъя улы Динес ауылы почта элемтә бүлексәһе начальнигы Хамматова Гөлназ Йәғәфәр ҡыҙына һөнәренә тоғролоғо, юғары һөнәри оҫталығы өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышы менән “Ашҡаҙар таңдары” гәзите мөхәррире Г. Ф. Әхмәрова таныштырҙы. Үҙ сығышында ул һәр почта бүлексәһе буйынса район гәзитенә яҙылыу тураһындағы мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
Сығыштарҙан һуң кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға тулы яуап алды. Кәңәшмә эстәлекле, ҡыҙыҡлы уҙҙы һәм асыҡланған факттарҙан һуң һәр кем артабанғы эш буйынса һөҙөмтә яһағандыр, моғайын.
Читайте нас: