- Халыҡты үҙ проблемалары ғына түгел, бөтә коллективҡа, йәмәғәтселеккә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә борсой,- ти Асия Тимерғәли ҡыҙы.- Фёдоровка ауылынан бер ҡатынды йорттағы подьезд ишегенең торошо борсой, уны күптән алмаштырырға кәрәк булған. Башҡа берәү законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатылыусы “сауҙа нөктәһенең” ябылыуына ирешергә кәрәк, тип һанай, етмәһә, шул уҡ кеше көмөшкә лә етештерә икән. Бер уйлаһаң, беғзе берәүҙәр быға минең ҡыҫылышым юҡ, тип иғтибар ҙа итмәй йәшәйҙер, бәлки. Әммә арабыҙҙа шундай битараф булмаған кешеләрҙең дә күп булыуы бик яҡшы. Ауыл халҡының буш торған ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙ эшен тергеҙеүен һорауы ла урынлы, бина бар, ә йәштәрҙең барыр урыны юҡ. Кешеләрҙең ауыл тормошона битараф булмауы яҡшы. Бындай ҡабул итеүҙәр һәр айҙың беренсе һәм өсөнсө аҙнаһында ойоштороласаҡ. Ҡабул итеү көндәре тураһындағы белдереүҙәр район гәзитендә баҫтырыласаҡ. Шулай уҡ ауылдарға барып ҡабул итеүҙәр ойошторорға ла уйлайбыҙ, - тине район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәтселек Советы рәйесе Сәйфетдинова Асия Тимерғәли ҡыҙы.