Ҡарарҙа ташҡынға ҡаршы көрәш комиссияһы составы һәм саралар планы раҫланды, предприятиеларға һәм ойошмаларға ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда ер ҡаҙыу, тейәү-бушатыу һәм автотранспорт техникаһын ташҡынға ҡаршы комиссия ҡарамағына биреп торорға ҡушылды.
Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, предприятиелар һәм хужалыҡтар етәкселәренә ташҡын осорона авария бригадаларын булдырырға, һыу баҫыу мөмкин булған зоналарҙың сиктәрен билдәләргә һәм ундағы ауылдарҙы һәм халыҡ хужалығы объекттарын һаҡлау өсөн саралар комплексын башҡарырға, кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороуға айырыуса ҙур иғтибар бүлергә тәҡдим ителде. Һыу үткәргес ҡоролмаларҙы, дамбаларҙы һәм башҡа гидротехник ҡоролмаларҙы махсус контролгә алырға кәрәк. Ташҡын осоронда етәкселек составының тәүлек әйләнәһенә дежур итеүен ойоштороу зарур.
Гидротехник ҡоролмалар хужаларына уларҙы яҙғы күп һыу мәленә әҙерләргә тәҡдим ителде.
“Башкиравтодор” йәмғиәтенең Фёдоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы И.Р. Ниғмәтуллинға һәм “Жилсервис” директоры А.Р. Насироваға яҙғы ташҡын ваҡытына инерт материалдарҙың запасын булдырырға (ҡом, ҡырсын-таш), ташҡын көслө булған көндәрҙә кешеләрҙең, үҙбушатҡыс, ер ҡаҙыу машиналарының, бульдозерҙарҙың дежур итеүен ойошторорға.
Райондың метеорологик хеҙмәтенең бурысына райондың ташҡынға ҡаршы көрәш комиссияһына һауа торошо үҙгәрештәре тураһында ваҡытында мәғлүмәт биреү инә; район элемтә узелы хеҙмәткәрҙәре ауыл биләмәләре хакимиәттәре, производство объекттары менән тотороҡло бәйләнеш тоторға тейеш.
Бөтә предприятиеларға, ойошмаларға һәм хужалыҡтарға был осорға финанс һәм матди байлыҡтарҙың резервын булдырырға һәм транспорт, тейәү һәм ер ҡаҙыу машиналарының ауылдарҙы һәм объекттарҙы һаҡлау буйынса кәрәкле сараларҙы үтәүгә әҙерлеген тәьмин итергә.
“Жилсервис” йәмғиәтенә шыйыҡ ҡалдыҡтар соҡоро дамбаһының һаҡланышын тәьмин итеү буйынса саралар күрергә.
“Стәрлетамаҡ урманы” учрежениеһының Фёдоровка учаскаһына һыу баҫҡан биләмәләрҙәге йәнлектәрҙе һаҡлау сараларын күрергә.
Федоровка районы буйынса Эске эштәр бүлегенә йәмәғәт тәртибен һаҡлау, авария бригадаларын эштәр үткәреү урынына тиклем оҙатыу тәҡдим ителде.
Был ҡарар үтәлешенә контроллек итеү район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.И. Нурлығаяновҡа йөкләтелде.