Был хаҡта ентеклерәк бәйән итәбеҙ. “Аҙна һайын приз” акцияһы 27 апрелдән башланасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың II ярты йыллығына район гәзитенә яҙылырға (алты айҙан да кәм булмаҫҡа тейеш) һәм квитанция күсермәһен гәзиткә яҙылыусының телефон һандарын яҙып, 453328, Федоровка ауылы, Социалистик урамы, 20 йорт адресы буйынса редакцияға ебәрергә кәрәк.
“Бәхетле авто” акцияһы майҙа уҙасаҡ. 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыусылар редакцияға килеп, махсус наклейка алырға тейеш. Ул автомобилдең артҡы тәҙрәһенә йәбештерелә. Приздар уйнатыу урынына наклейка йәбештерелгән автомобилдәрендә килеүселәр араһында бүләктәр уйнатыласаҡ. Үткәреләсәк дата һәм урыны тураһында өҫтәмә хәбәр итәсәкбеҙ.
Йәнә бер конкурс - “Суперприз от!” Приз уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн бер республика һәм район гәзитенә 2018 йылдың II ярты йыллығына яҙылырға кәрәк. Квитанцияларығыҙҙың күсермәһен: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 йорт, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының гәзиткә яҙылыу бүлегенә ебәрегеҙ. Еңеүселәр телевизор, планшет һәм спутник ТВ приемнигына лайыҡ буласаҡ.
“Ашҡаҙар таңдары” район гәзитенә редакцияла 1 айға яҙылыу хаҡы – 91 һум һәм 6 айға – 546 һум. Гәзиттәрҙе дауаханала һәм “Перекресток”, “Крепеж” (“Нурлы” сауҙа-сервис комплексы) һәм “Теремок” магазиндарынан алыусыларға 1 айға- 95, ярты йылға 570 һум. Ике осраҡта ла гәзитте үҙгеҙгә килеп алырға кәрәк буласаҡ.
Почта бүлексәләрендә бер айға- 151 һум 21 тингә, алты айға 907 һум 26 тингә яҙылырға мөмкин.
Гәзит-журналдарға яҙылығыҙ, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, приздар отоғоҙ!