-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Апрель 2018, 11:21

Балаларҙың йәйге ялы

МР хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов “Муниципаль районда 2018 йылда балалар һәм үҫмерҙәр ялын ойоштороу, сәләмәтләндерү һәм мәшғүллеген тәьмин итеү тураһында” ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

Ҡарарға ярашлы район балаларының, үҫмерҙәренең һәм йәштәренең мәшғүллеген, һауыҡтырыуын һәм ялын тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия булдырылған.

Документта билдәләнеүенсә, муниципаль ҡаҙна учреждениеһы мәғариф бүлеге Башҡортостан Республикаһы бюджетынан һәм Фёдоровка районы муниципаль район бюджетынан күсерелгән сараларҙы маҡсатлы һәм тулы күләмдә файҙаланыуҙы тәьмин итергә ҡушылды.

Санитария-эпидемиология ҡағиҙәләренә һәм нормативтарына ярашлы, белем биреү ойошмалары базаһында хеҙмәт берләшмәләренең һәм профилле сменаларҙың эшен ойоштороу ҡушылған, шул уҡ ваҡытта балаларҙы ял төрҙәре, һауыҡтырыу һәм мәшғүл итеү формалары менән күпләп йәлеп итергә. Шулай уҡ профилактик иҫәптә торған бәлиғ булмаған балаларҙы сәләмәт тормош рәүешен булдырыу һәм ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу, интеллектуаль һәм аң һәләттәрен үҫтереү тәҡдим ителгән.

Балаларҙың ялын һәм һауыҡтырыуын ойоштороу буйынса ведомство-ара комиссияһына “Ашҡаҙар” балалар һауыҡтырыу лагеры” муниципаль бюджет учреждениеһының ҡабул итеү буйынса эшен норматив акттар талаптарына ярашлы тәьмин итергә.

Балалар һауыҡтырыу лагерында ведомствонан тыш һаҡ подразделениеларҙың йәиһә тейешле лицензиялы шәхси һаҡ предприятиелары көстәре менән объектты һаҡлауҙы тәьмин итергә.

Дәүләт бюджет учреждениеһы Федоровка район дауаханаһына йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осорона медицина хеҙмәттәре күрһәтеүгә, шул иҫәптән медицина кадрҙары менән комплектлау буйынса килешеүҙәр төҙөргә кәңәш ителде. Учреждениеға һауыҡтырыу лагерҙарында эшләүсе персоналдың һәм шулай уҡ ошо учреждениеларға ял итергә барасаҡ балаларҙың бушлай медицина тикшереүен үтеүен тәьмин итергә ҡушылды.

Йәштәр эштәре һәм спорт комитетына, шулай уҡ мәҙәниәт бүлегенә балалар, уҡыусылар һәм студенттар ялын ойоштороу буйынса саралар планы төҙөргә ҡушылды.

Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәренә йәтим һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың һауыҡтырыу лагерында ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороу буйынса саралар күрергә.

Балалар һәм уҡыусылар төркөмдәрен ял һәм һауыҡтырыу урындарына алып барыу һәм алып ҡайтыу маршруттары буйынса тәртип һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү бурысы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районындағы бүлегенә йөкләтелде.

Документҡа ярашлы, һауыҡтырыу ойошмалары етәкселәренә балаларҙың имгәнеүен киҫәтеү, йәйге каникулдар ваҡытында балалар һәм үҫмерҙәр хәүефһеҙлеге өсөн имен шарттар булдырыу буйынса саралар күрергә кәрәк.
Читайте нас: