Ултырышты асып, комиссия рәйесе, БР Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов йәйге ялды ойоштороусыларҙың бурысы һауыҡтырыу кампанияһын ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үткәреү булыуын билдәләне. Көн тәртибендә БР-ла йәйге осорҙа 2018 йылғы һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек барышы, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялын ойоштороу, санитар-эпидемиологик именлеген , балаларҙың ялын ойошторғанда һәм һауыҡтырғанда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, балаларҙың ял итеү объекттарын терроризмға ҡаршы нығытыу һәм автомобилдәрҙә ял итеү урынына барғанда һәм ҡайтҡанда оҙата барыу тураһындағы мәсьәләләр торҙо. Бөтә көнүҙәк мәсьәләләр буйынса республика ведомство-ара комиссияһы ағзалары, етәкселәр, федераль органдар, министрлыҡтар, дәүләт комитеттарының һәм ведомстволарының яуаплы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.