+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Июль 2018, 11:04

Файҙалы кәңәштәр ҙә, хуплауҙар ҙа мөһим

Уҙған кесаҙна районыбыҙҙа БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин булып китте. Район хакимиәте башлығы Венер Фәрит улы Насретдинов менән ул граждандарҙы ҡабул итте.

Ҡабул итеүгә кеше күп яҙылмағайны, шуға ла барыһын да иғтибарлап тыңланылар, файҙалы кәңәштәр, тәҡдимдәр бирҙеләр. Шулай, “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте вәкиле И.З. Хәлитов үтенесе менән мөрәжәғәт иткәнсе, предприятиеның эштәр барышы, ҡаҙсылыҡ буйынса интеграция программаһы, район ветеринарҙары менән хеҙмәттәшлек тураһында бәйән итте. Илнур Зиннур улы Идаралыҡ етәксеһенән интеграцияланған райондарҙың ҡаҙсылары менән хеҙмәттәшлектә булышлыҡ итеүҙәрен һораны. Ҡаҙсыларға ҡаҙҙарҙы үҫтереү буйынса консультация рәүешендә лә, ауыл халҡының ихаталарын алдан тикшереү, ҡоштар өсөн биналар һәм шарттарҙың ярашлылығы буйынса белешмәләр биреү йәһәтенән дә ярҙам кәрәк. Был ҡоштарҙы бәләкәйҙән яҡшыраҡ һаҡлап ҡалыу өсөн эшләнгән. Азат Салауат улы дәлилдәр менән килеште һәм кәрәкле документтар пакетын әҙерләргә ҡушты, мәсьәләне тиҙ арала ҡараясағын белдерҙе.

Михайловка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы В.М. Аҡсурин мал һуйыу пункттарының алыҫта урынлашыуы сәбәпле, итте һатыуға һуйыу мәсьәләһен ябайлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.

-Ябайлаштырыу мөмкин түгел, сөнки Рәсәй Таможня союзының берҙәм талаптарын үтәй. Был сифатһыҙ иттең баҙарға эләкмәүен контролләү өсөн эшләнә. Күрше төбәктәр һәм яҡындағы Ҡаҙахстан араһында транспорт хәрәкәтенең әүҙемлеген иҫәпкә алып, ҡайһы бер территорияларҙан хәүефле инфекциялар- себер тағуны, бруцеллез, бешмә, ҡотороу ауырыуы, нодуляр дерматит, сусҡаларҙың африка тағуны инергә мөмкин,- тип аңлатты Азат Салауат улы. Был хәлдән сығыу юлы итеп Батыр ауылында килем килтереүсе проект программалары буйынса мал һуйыу пунктын төҙөргә тәҡдим ителде.

Фёдоровка ауылындағы мал һуйыу пункты хужаһы ШЭ Х.А. Дәүләтов кәңәш һорап килде- пункт бар, ветеринарҙар бөтә процесты контролдә тота, кешеләр уға мөрәжәғәт итә. Әммә ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү проблемаһы бар, тирә-яҡҡа зыян килтермәҫ өсөн уларҙы ҡайҙа ҡуйырға? Уға һыуытҡыс төҙөргә йәиһә булған бүлмәне яраҡлаштырырға, шунан ҡалдыҡтарҙы махсус предприятиеға тапшырырға тәҡдим ителде. Шулай уҡ был тармаҡтағы башҡа эшҡыуарҙар менән дә хеҙмәттәшлек итергә, йәиһә крематор һатып алырға була.

Граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң Ветеринария идаралығы етәксеһе Фёдоровка ветеринария станцияһында, ШЭ Дәүләтовтың мал һуйыу пунктында, Бала Сытырман участка ветеринария дауаханаһында һәм “Азат” йәмғиәтенең һөт ҡабул итеү пунктында булды.

Светлана ЗАЙЦЕВА.

Р. ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: