-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Август 2018, 11:20

Түләүле хеҙмәттәрҙән килем

МР хакимиәте ҡарамағындағы коллегия “БР Фёдоровка районы муниципаль райондың муниципаль бюджет һәм автономиялы учреждениеларының 2017 йылда һәм 2018 йылдың 5 айына килем килтереүсе эшмәкәрлек буйынса түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында”ғы ҡарарын раҫланы.

Унда районда килем килтереүсе эшмәкәрлек буйынса 45 бюджет һәм автономиялы учреждениелар тарафынан түләүле хеҙмәттәр күрһәтелеүе билдәләнде, шул иҫәптән 40- мәғариф, 3- мәҙәниәт тармағында, шулай уҡ “Фёдоровка мәғлүмәт- консультация үҙәге” учреждениеһында, “ДЕЗ” учреждениеһында.

2017 йылда бюджет һәм автономиялы учрежениелар эшмәкәрлегенән килгән килем 5705,9 мең һум тәшкил итте, билдәләнгән 6011,9 мең һумдан йөкләмә 95%-ҡа үтәлде. 2018 йылдың 5 айы эсендә 1939,3 мең һум аҡса күсерелеүе, йөкләмә 44%-ҡа үтәлде.

Аҡса килеүҙә төп өлөштө ата-әсәләр түләүе тәшкил итә, 2017 йылда ул 4804,9 мең һум ине, 2018 йылдың 5 айы эсендә 1239,0 мең һум тәшкил итте.

Ата-әсәләр түләүе 13 балалар баҡсаһы, мәғариф тармағындағы «Фёдоровка ауылы балалар сәнғәт мәктәбе» өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ҡарамағындағы 25 мәғариф учреждениеһы тарафынан тәьмин ителә.

2017 йылда 908,2 мең һумлыҡ түләүле хеҙмәттәр күрһәтелде, шул иҫәптән мәҙәниәт учреждениеларында- 484,5 мең һум, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе - 15,9 мең һум, «ДЕЗ» учреждениеһында - 106,8 мең һум, «Федоровка мәғлүмәт- консультация үҙәге»ндә 294,0 мең һум.

Профилле булмаған функцияларҙы аутсорсингҡа күсереү сәбәпле ата-әсәләр түләүенең суммаһы былтырғының ошо осоро менән сағыштырғанда, әҙәйеүен билдәләргә кәрәк.

Муниципаль район буйынса түләүле хеҙмәттәр, дөйөм алғанда, 2017 йыл менән сағыштырғанда 87%-ҡа артты. Айырыуса мәҙәниәт учреждениелары буйынса түләүҙәр артты.

Шулай, 2017 йылда түләүле хеҙмәттәр 601,8 мең һумға күрһәтелгән булһа, 2018 йылдың 5 айы эсендә ул 513,6 мең һум тәшкил итте, 2017 йыл түләүҙәренә ҡарата – 85,3%.

«ДЕЗ» учреждениеһы буйынса 2017 йылда түләүле хеҙмәттәр 106,6 мең һум тәшкил итте, 2018 йылдың 5 айы эсендә- 115,6 мең һум булды.

«Федоровка мәғлүмәт-консультация үҙәге” буйынса 2017 йылда түләүле хеҙмәттәр 294,0 мең һумға күрһәтелде, 2018 йылдың 5 айы эсендә ул 130,0 мең һум тәшкил итте.

Мәғариф бүлеге буйынса килемдәр күпселектә ата-әсәләр түләүҙәре иҫәбенә тупланды. Дөйөм күләмдә уларҙың өлөшө 99,6% тәшкил итә.

«Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» генә түләүле хеҙмәттәр күрһәтә.

Фёдоровка 2-се мәктәбенең «В» категориялы водителдәр курстарында уҡытыуға лицензияһы бар. 2018 йылда был хеҙмәттәр күрһәтелмәй. «Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы был йүнәлештә эшләргә тейеш булһа ла муниципаль йөкләмәнән тыш, түләүле хеҙмәттәр күрһәтмәй. Халыҡтар өсөн түләүле белем биреү хеҙмәттәре лә ойошторолмаған, айырып әйткәндә, «Халыҡ университеты» сиктәрендә.

Был эш «Федоровка балалар сәнғәт мәктәбе»ндә һәм “Фёдоровка үҙәк китапханаһында” ғына ойошторолған. Фёдоровка мәҙәниәт йортонда халыҡты мәҙәни ял менән тәьмин итеүҙә түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү, район мәҙәниәт йорто бүлмәләре ҡуртымға биреү эше тейешенсә ойошторолмаған.

«Федоровка мәғлүмәт-консультация үҙәге» учреждениеһында прейскуранттар менән раҫланған бөтә төр түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү эше тейешенсә ойошторолмаған, декларациялар төҙөү һәм биреү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тармағында һалым һәм башҡа органдарға отчетлыҡ, юридик һәм башҡа хеҙмәттәр төрҙәре буйынса хеҙмәттәр әҙ күрһәтелә.

«ДЕЗ» учреждениеһында ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеү эше тейешенсә ойошторолмаған. Шуларҙан сығып, ҡарар ҡабул ителде:

Мәғариф бүлеге учреждениеһы (Исмәғилев Р.Т.), мәҙәниәт бүлеге (Сиразетдинов Б.Н.), «ДЕЗ» учреждениеһы (Власов И.А.), МБУ «Федоровка мәғлүмәт-консультация үҙәге» (Мәхмүтова Ю.Д.) етәкселәренең түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү эшен тейешле кимәлдә ойоштормауҙарын билдәләргә.

БР Фёдоровка районы МР Советының ҡарарҙары менән раҫланған хаҡтар прейскурантында билдәләнгән түләүле хеҙмәттәрҙе ойоштороу буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде. Шулай уҡ ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙа яңы өҫтәмә түләүле белем биреү хеҙмәттәрен ойоштороу, биналарҙы ҡуртымға биреү, йәштәрҙең мәҙәни ялы өсөн түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙе, дискотекалар үткәреүҙе ойошторорға ҡушылды.

Планлы йөкләмәләр тулы күләмдә раҫланған билдәләнештәргә ярашлы башҡарылырға тейеш.

Фёдоровка 2-се мәктәбе директорына (Н.А. Анчина) граждандарҙы “В” категориялы водителдәр курстарында уҡытыуҙы ойошторорға тәҡдим ителде.
Читайте нас: