+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Август 2018, 10:50

Ауыл хужалығына ярҙам йөҙөнән

Ауыл хужалығына ярҙамға Башҡортостан бюджетынан өҫтәмә 1 млрд һум аҡса күсереләсәк.

Республикала ауыл хужалығына ярҙам күләме 2018 йылда 4,5 млрд. һумдан ашты- федераль бюджеттан- 2,5 млрд, төбәк бюджеттан 2 млрд тирәһе аҡса күсерелде. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Баҫыу көнө-2018” семинар-кәңәшмә сиктәрендә үткән ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм һатыу буйынса түңәрәк өҫтәл барышында хәбәр итте.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең дәүләттән өҫтәмә ярҙам аласаҡтарын билдәләне: химизация сараларын һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 200 млн һум, ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡоролмаларҙы һатып алыуға 460 млн һум, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар артыуға бәйле ярҙам уңайынан 200 млн һум, 2018 йылдың майында етештерелгән һөт өсөн өсөнсө транш 140 млн һум тәшкил итәсәк.

-Өҫтәмә ярҙам 1 млрд һум тирәһе булыуын иҫәпләп сығарыуы ауыр түгел. Был ресурстарҙы республика бюджеты күсерәсәк,- тине Рөстәм Хәмитов.

БР хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары- Ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов республикала ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам системаһы көйләнгән булыуын билдәләне. Шулай, ауыл үҫешенә 2018 йылда 8 млрд һум тирәһе аҡса йүнәлтергә планлаштырылған. Башҡортостан башлығы республиканың ауыл хужалығы күпселек йүнәлештәр буйынса көнәркәшлеккә һәләтле була башлауын билдәләне. Әле төбәктең агросәнәғәт комплексы алдында киләсәктә ауыл хужалығы продукцияһы күләмен арттырыу һәм предприятиеларҙың килемлелеген күтәреү бурысы тора. Бының өсөн бөтә нимә лә бар, -тине Рөстәм Хәмитов. Башҡортостанда кооперативтарға ярҙамға 300 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Республикала кооперативтар һәм башҡа кесе хужалыҡсылыҡ формаларына ярҙам дауам итә. Бөгөнгә уларҙың үҫешенә дәүләт ярҙамы 700 млн һумдан артты. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов түңәрәк өҫтәл барышында хәбәр итте.

Төбәк етәксеһе һуңғы ике йылда республикала кооперативтар һаны өс мәртәбә артыуын билдәләне. 2018 йылда килем килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыуға республика бюджетынан кооперативтар булдырыуға граждандарға 300 млн һум аҡса бүленәсәк.

-Беҙгә кешеләрҙе иҡтисади эшмәкәрлеккә йәлеп итергә кәрәк. Унан башҡа алға китеш юҡ. Кооперативтар ҙа үҫемлекселек, финанс-кредит, мәғлүмәти һәм башҡа төрлө булырға мөмкин. Иң мөһиме- кешеләрҙең өс-ун-илле кеше йыйылып берҙәм эш башҡарыуы, үҙҙәренә аҡса эшләүҙәре,- тине Рөстәм Хәмитов
Читайте нас: