Районда 2018 йылдың 1 октябрендә Өлкән йәштәгеләр көнөн үткәреү менән бәйле, уны әҙерләп үткәреү буйынса саралар планы раҫланған. Шунан сығып махсус тәҡдимдәр еткерелде:
“Хәстәрлекле йөрәк” Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге-автономиялы коммерция булмаған ойошмаға , Фёдоровка район дауаханаһына өлкән йәштәге кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндерергә, халыҡҡа социаль һәм медицина ярҙамын күрһәтеү мәсьәләләрен етди контролгә алырға, дарыу препараттары менән тәмин итеүгә иғтибар бүлергә ҡушылды.
Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар, хужалыҡтар етәкселәренә Өлкәндәр көнөнә арналған мәҙәни саралар үткәреүҙе, унда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына хөрмәт күрһәтеүҙе тәьмин итергә. Сауҙа һәм социаль хеҙмәттәр өлкәһендәге предприятиелар, ойошмалар етәкселәренә, шәхси эшҡыуарҙарға көнкүрештә ярҙам итеү һәм ташламалы хаҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүҙә булышлыҡ итеү маҡсатында хәйриә саралары үткәрергә.
Йәштәр эштәре һәм спорт комитетына, район мәғариф бүлегенә – мәктәп уҡыусыларын һәм ирекмәндәрҙе йәлеп итеп, социаль-көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә өлкәндәргә адреслы ярҙам күрһәтергә. Мәҙәниәт бүлегенә ветерандар советы менән берлектә мәҙәниәт учреждениеларында бөтә пенсионерҙар өсөн дә байрам саралары ойоштороп үткәрергә.