+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Июль 2019, 12:29

Башҡортостанда тәүлек эсендә 10 меңгә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлә

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 9 июлдә водителдәргә фотовидеофиксация камералары теркәгән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында 10 меңгә яҡын белдереү ҡағыҙы ебәрелгән.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 9 июлдә водителдәргә фотовидеофиксация камералары теркәгән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында 10 меңгә яҡын белдереү ҡағыҙы ебәрелгән. Был турала БР буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идараһы начальнигы Динар Ғилметдинов Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара кәңәшмәлә белдерҙе. Сағыштырыу өсөн – ғинуар айы буйына шундай тик өс мең ҡағыҙ ебәрелгән булған.

Башҡортостан Дәүләт транспорт комитеты мәғлүмәтенә ҡарағанда, әле федераль трассаларҙа милли проект буйынса алынған 57 яңы комплекс ҡуйыла. Уларҙың күпселеге эшләй ҙә инде. Йыл аҙағына республика юлдарында камералар һаны 527-гә артасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәүефһеҙ автомобиль йөрөтөү мәҙәниәтен индереү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. 2024 йылға төбәктә юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны өс тапҡырға кәмергә тейеш. Ағымдағы йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса республикабыҙ илдә был күрһәткес буйынса 4 урында.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: