+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Июль 2019, 11:00

Башҡортостанда “Реаль эштәр” проектына 260 млн һум аҡса йүнәлтәсәктәр

“Реаль эштәр” проектын бойомға ашырыуға Башҡортостанда 2019 йылда 260 миллион һумға яҡын аҡса, шул иҫәптән республика бюджетынан 225 миллион, урындағы бюджеттарҙан 30 миллиондан ашыу һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтәсәктәр.

“Реаль эштәр” проектын бойомға ашырыуға Башҡортостанда 2019 йылда 260 миллион һумға яҡын аҡса, шул иҫәптән республика бюджетынан 225 миллион, урындағы бюджеттарҙан 30 миллиондан ашыу һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтәсәктәр. Был турала хәбәрселәр менән осрашыуҙа республика парламенты спикеры Константин Толкачев белдергәйне.

“Проект сиктәрендә быйыл 1200-ҙән ашыу сара башҡарыу планлаштырыла. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылда улар бер меңгә яҡын ине, - тине Константин Толкачев. – “Реаль эштәр” – төрлө кимәлдәге парламентарийҙарҙың халыҡ мәнфәғәттәренә, һайлаусыларҙың Дәүләт Йыйылышы һәм Дәүләт Думаһы депутаттарына булған наказдарына реакцияһы. Проект “Берҙәм Рәсәй” башланғыстарында булдырылды, тик унда ҡатнашыуға башҡа сәйәси партиялар вәкилдәре лә йәлеп ителә”.

Проект сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы саралар исемлегенә муниципаль учреждениеларҙың матди-техник базаларын ремонтлау һәм нығытыу, ауылдарҙы, парктарҙы төҙөкләндереү, халыҡты һыу, электр, йылылыҡ, газ менән тәьмин итеү, спорт һәм балалар майҙансыҡтары һатып алыу һәм урынлаштырыу, шишмәләрҙе, зыяраттарҙы төҙөкләндереү инә.

Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru
Читайте нас: