Башҡортостандан дүрт фән кандидаты һәм ике фән докторы Рәсәй президенты гранттарын аласаҡ. Уларҙы Владимир Путиндың төбәк ҡабул итеү бүлмәһендә республика буйынса федераль инспектор Михаил Закомалдин тапшырасаҡ.
Гранттар суммаһы 600 мең һумдан (фән кандидаттары өсөн) бер миллион һумғаса (докторҙар өсөн). Был пособие фәндең төрлө өлкәләрендә артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн бүленә.
Төбәктең мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорт ғалимдарының тикшеренеү өлкәһе ауыл хужалығы, техник һәм инженер фәндәренә, физикаға һәм астрономияға, биология һәм тормош тураһындағы фәндәргә, математикаға һәм механикаға ҡағыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклем Рәсәйҙә дәүләт башлығы Владимир Путин ҡул ҡуйған “Фән” милли проекты ғәмәлдә. Илебеҙ алдынғы халыҡ-ара мәғлүмәт базаларында мәҡәләләр буйынса 11-се (йылына 80 мең мәҡәләгә яҡын, донъя күләменең 2-3 проценты), патенттар һаны буйынса – һигеҙенсе (йылына 50 меңгә яҡын), бөтә сығанаҡтарҙан тикшеренеүҙәргә һәм эшкәртеүҙәргә эске сығымдар күләме буйынса – һигеҙенсе (бер триллион һумға яҡын), тикшеренеүҙәр һаны буйынса – дүртенсе (тикшеренеүҙәр һәм эшкәртеүҙәр өлкәһендә 365 меңгә яҡын кеше, йәки 10 мең иҡтисади мәшғүл кешегә 111 кеше) урында тора. Алты йылдан һуң Рәсәй бөтә күрһәткестәр буйынса донъяның биш алдынғы иле иҫәбенә инергә һәм тикшереүҙәрҙе һәм эшкәртеүҙәрҙе финанслауҙы 50 процентҡа арттырырға тейеш.