+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Июль 2019, 12:27

Милли проекттар яҡшы үтәлә

Милли проекттарҙы үтәгәндә хөкүмәт башҡарылған эштәр иҫәбен ҡыуырға тейеш түгел, эшмәкәрлектең ыңғай һөҙөмтәһенә ынтылырға кәрәк.

Милли проекттарҙы үтәгәндә хөкүмәт башҡарылған эштәр иҫәбен ҡыуырға тейеш түгел, эшмәкәрлектең ыңғай һөҙөмтәһенә ынтылырға кәрәк. Был турала 15 июлдә РФ президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет президиумы ултырышында РФ хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев хәбәр итте.“Беҙҙең өсөн иң мөһиме теге йәки был йөкләмәне үтәү һаны түгел, ә шул маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеүгә табан барыу”, - тип белдерҙе Медведев.Ул 2019 йылдың беренсе ярты йыллығынан башлап ете ултырыш булыуын, алты милли проекттың үтәлеү барышы тикшерелеүен, уларҙың йомғаҡтары буйынса 85 йөкләмә бирелеүен билдәләне.“Дөйөм алғанда, йөкләмәләр яҡшы башҡарыла”, - тине ул.Шул уҡ ваҡытта Медведев вице-премьерҙар етәкләгән проект комитеттарын хоҡуҡтар һәм бурыстар менән нығытырға кәңәш итте – был, уның фекеренсә, проект эштәренең оптимизацияһына булышлыҡ итә.2018 йылды Рәсәйҙә 2019 йылдын 2024 йылға тиклем осорға милли проекттар ҡабул ителде. Улар 2005 йылда ҡабул ителгән милли проекттарҙың дауамы булып тора. Федераль күләмдәге яңы проекттар өс йүнәлеш буйынса эшкәртелгән – иҡтисади үҫеш, кеше капиталы һәм тормош өсөн уңайлы мөхит. Владимир Путин милли проекттарҙы раҫлаған указға 2018 йылдың 7 майында ҡул ҡуйғайны.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#владимирпутин
Читайте нас: