0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Июль 2019, 12:49

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Экспортлау ваҡыты” форумы

Башҡортостан хөкүмәте һәм Рәсәй экспорт үҙәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

17 июндә Өфөлә үткән “Экспортлау ваҡыты” икенсе халыҡ-ара экспорт форумында Башҡортостан хөкүмәте һәм “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәте ике килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документтарға ҡултамғаларын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм РЭҮ генераль диреткоры Андрей Слепнев ҡуйҙы.

“Тәүге килешеү электрон сәүҙә каналдары буйынса сеймал булмаған экспортты үҫтереүгә ҡағыла. Икенсеһендә “Экспорт форсажы” акселерацион программаһын бергәләп тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ бара. Уны “Рәсәй экспорт үҙәге”нең Экспорт мәктәбе республикабыҙ территорияһындағы экспорт йүнәлешендәге предприятиелар өсөн эшләгән”, - дип хәбәр итте “Башинформ” агентлығына БР Тышҡы иҡтисад элемтәләре буйынса Дәүләт комитеты матбуғат секретары Илгизәр Саньяров. “Экспортлау ваҡыты” икенсе халыҡ-ара форумы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә уҙҙы. Ул Өфөлә илебеҙҙән 300-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы.

“Башинформ” агентлығы элегерәк хәбәр итеүенсә, Башҡортостан халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереү буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем тотондо.

Башҡортостанда 2019 йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса сеймал булмаған экспорт 15 процентҡа артты. Уның нигеҙен машина төҙөү һәм химик өлкә продукцияһы тәшкил итте.

Бөгөнгө көндә республикала 800 экспортҡа йүнәлтелгән компания эшләй, шудларҙың 650-һе – кесе һәм урта предприятиелар. Экспорттың 90 процентын тик эре тауар етештереүселәр булдыра.

“Бөгөн беҙҙең мәсьәлә – ҙур булмаған предприятиеларға ярҙам итеү, уларҙың өлөшөн арттырыуға булышыу”, - тип билдәләне форумда Радий Хәбиров.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru
Читайте нас: