+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Июль 2019, 12:20

Башҡортостан урмандарын һаҡлау – “Экология” милли проектының мөһим бер өлөшө

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов “Рәсәй-24” телеканалына интервью биргәндә “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу ведомствоның урман ресурстары менән мөғәләмә итеү өлкәһендә яҡын аралағы перспективала иң мөһим мәсьләләрҙең береһе булып тороуын һөйләне.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов “Рәсәй-24” телеканалына интервью биргәндә “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу ведомствоның урман ресурстары менән мөғәләмә итеү өлкәһендә яҡын аралағы перспективала иң мөһим мәсьләләрҙең береһе булып тороуын һөйләне.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проекттың төп маҡсаты – урмандарҙы киҫеү һәм тергеҙеү балансын тәьмин итеү. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2019-2024 йылдар. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, проект үҙ эсенә урмандарҙы һаҡлау буйынса сараларҙы ала. Шулар араһында – киҫелгән һәм һәләк булған бөтә үҫентеләр урынына яңыларын ултыртыу, урмандарҙы тергеҙеү майҙанын арттырыу. Бынан тыш, урман хужалығы учреждениеларының матди-техник базалары махсуслаштырылған урман хужалығы һәм янғын һүндереү техникаһы һәм йыһаздары менән модернизацияланырға, урмандарҙы тергеҙеү өсөн урман орлоҡтары запасы булдырылырға тейеш.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#регпроектыбашкортостан
Әлиә Вахитова фотоһы.
Читайте нас: