+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
31 Июль 2019, 10:55

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ҡануниәт талаптары һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡарарҙары үтәлешен ҡаранылар

Республика буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында 1700 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 178 кеше һәләк булған.

Республика буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында 1700 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 178 кеше һәләк булған. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Альберт Сөләймәнов үҙенең докладында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һәм юлдарҙа үлемдәр һанын кәметеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы эшләнеүен һөйләне. Айырып алғанда, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һанын кәметеү буйынса мөһим аспект булып трассаларҙа автоматик фотовидеофиксация стационар комплекстарын арттырыу тора. 2019 йыл аҙағына тиклем тағы ла 289 заманса комплекс ҡуйыу планлаштырыла, ә 2020 йыл аҙағына уларҙың һаны меңгә етәсәк.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында Башҡортостанда 150 объектта төҙөлөш, ремонт һәм реконструкция эштәре бара. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың тәүге алты айы эсендә Башҡортостандың төбәк һәм муниципаль юлдарында 3,7 мең юл билдәһен алмаштырғандар һәм 2,3 яңы билдә ҡуйғандар.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru
Читайте нас: