+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Август 2019, 11:35

Путин автомобиль номерҙарын алыуҙы еңеләйтте

Владимир Путин рәсәйлеләргә автомобилдәргә теркәү номерҙарын етештереүселәрҙән был билдәләрҙе үҙ аллы алыу мөмкинлеген биреүсе законға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин рәсәйлеләргә автомобилдәргә теркәү номерҙарын етештереүселәрҙән был билдәләрҙе үҙ аллы алыу мөмкинлеген биреүсе законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған.

Законға ярашлы, махсуслаштырылған ойошмалар һәм уларҙың вазифалы заттары транспорт сараларының теркәү мәғлүмәттәрен, транспорт сараларының һәм уларҙың төп компоненттарының маркировкаһын алдан уйлап йәки яңылыш боҙоу, шулай уҡ дәүләт теркәүе тәртибен боҙоу өсөн яуаплылыҡҡа тартырыласаҡ.

Бынан тыш, Рәсәй территорияһынан ситкә сығарылыусы транспорт сараларына, шулай уҡ һуңғы етештереүселәргә ебәрелеүсе базалы транспорт сараларына һәм шассиҙарға ҡарата яңы теркәү ғәмәле индерелә.

Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.

Номер хаҡы күпме буласаҡ

Февралдә ФАС транспорт өсөн дәүләт теркәү билдәләрен етештереүгә максималь тарифтар ҡуйырға тәҡдим итте. Документҡа ярашлы, автомобиль номерҙары ике меңдән, мотоцикл, трактор һәм уларға тағылмалар, башҡа транспорт номерҙары – мең ярымдан ҡиммәтерәк булырға тейеш түгел. Ҡағыҙ таныҡлыҡ биреү менән транспорт сараһын теркәү 500 һумға, пластик таныҡлыҡ биреү менән – 1,5 мең һумға төшәсәк.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#владимирпутин
Яңылыҡ сығанағы: https://ria.ru
Читайте нас: