+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Август 2019, 10:52

Рәсәйҙә иҫерек хәлдә авария эшләгән өсөн язаны ҡәтғиләндереү тураһында закон ғәмәлгә инде

Иҫерек килеш юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән водителдәр өсөн енәйәти яуаплылыҡты арттырыу тураһындағы закон үҙ көсөнә үткән йомала инде.

Иҫерек килеш юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән водителдәр өсөн енәйәти яуаплылыҡты арттырыу тураһындағы закон үҙ көсөнә үткән йомала инде. Әлеге документҡа РФ президенты Владимир Путин 17 июндә ҡул ҡуйғайны.

Яңылыҡтарға ярашлы, авария арҡаһында кешенең сәләмәтлегенә ауыр зыян килһә, водителде өс йылдан ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итергә мөмкиндәр. Әгәр ҙә кеше һәләк булһа – биш йылдан 12 йылға тиклем. Аварияла ике һәм унан артыҡ кеше һәләк булһа – һигеҙ йылдан 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Шулай уҡ РФ Енәйәттәр кодексының 263 статьяһына үҙгәрештәр индерелгән (“Тимер юл, һауа, диңгеҙ, эске һыу транспортының һәм метрополитендың хәрәкәте һәм уларҙы файҙаланыу хәүефһеҙлеге ҡағиҙәлерен боҙоу”). Иҫерек хәлдә еңел һауа транспорты йәки кесе һыу судноһы менән идара иткәндәрҙе ике йылға тиклем иректәренән мәхрүм итергә мөмкиндәр.

Бынан тыш, РФ Енәйәттәр кодексының 15 статьяһына үҙгәрештәр индерелгән. Уларға ярашлы, максималь яҙаһы 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү булған яңылышлыҡ арҡаһында ҡылынған ғәмәлдәр ауыр енәйәттәр төрөнә ҡарай.


#нацпроекты

#регпроекты

#владимирпутин


Яңылыҡ сығанағы: https://tass.ru
Читайте нас: