+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Август 2019, 11:11

Радий Хәбиров ҡалаларҙа һәм райондарҙа бизнес-шерифтарҙы билдәләү процесын тиҙләтергә ҡушты

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова һүҙҙәренә ҡарағанда, 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны республикала күп тапҡырға артҡан – былтырғы 959-ға ҡаршы 4078.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” һәм “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙамды киңәйтеү” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға 422,5 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостан микрофинанс компанияһы капиталы 100 млн һумға арттырылған.

Радий Хәбиров профиль министрлыҡтарына һәм ведомстволарға аҙна һайын муниципалитеттарҙа үткән эшҡыуарлыҡ сәғәттәрен анализларға ҡушты.

-Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре формаль ултырыштарға әүерелергә тейеш түгел. Эшҡыуарҙар уларҙа тиҙ яуаптар һәм аныҡ ҡарарҙар алырға тейеш. Был бизнесмендар эше өсөн шарттарҙы яҡшыртыу буйынса граждандарҙы ҡабул итеү һәм проект офисы симбиозының бер төрө, - тине төбәк етәксеһе. – Шулай уҡ ҡалалар һәм райондар башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын билдәләү буйынса эште тиҙләтеүҙе үтенәм. Бында кандидатураларҙы бизнес-төркөмдөң хуплауы мөһим. Әгәр ҙә был вазифаға ябай “яҡшы кешене” тәғәйенләһәләр, эш бармаясаҡ. Ул территорияның бизнес-төркөмө мәнфәғәттәре менән йәшәүсе пассионарий булырға тейеш.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проекты буйынса ла фекер алыштылар. БР Йәштәр эштәре һәм спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, уның нигеҙенә “Һин - эшҡыуар” федераль программаһы алынған. Унда Башҡортостан һуңғы өс йылда алдынғы позицияларҙы биләй. Әле маҡсатлы төркөмдәр исемлеге киңәйҙе: йәштәргә һәм мәктәп уҡыусыларына ғәмәлдәге эшҡыуарҙар, ҡатын-ҡыҙҙар, хәрбиҙәр, эшһеҙҙәр, инвалидтар һәм балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә ҡушылды.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Читайте нас: