+20 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Август 2019, 11:50

Путин закондарға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына һәм “Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһында мәғлүмәт дәүләт банкы тураһында” Федераль законына үҙгәрештәр индереү тураһындағы Федераль законға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына һәм “Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһында мәғлүмәт дәүләт банкы тураһында” Федераль законына үҙгәрештәр индереү тураһындағы Федераль законға ҡул ҡуйҙы.

Федераль законды Дәүләт Думаһы 2019 йылдың 23 июлендә ҡабул итте, Федерация Советы 2019 йылдың 26 июлендә хупланы.
Дәүләт-хоҡуҡи идара белешмәһе

Федераль закон тарафынан Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына һәм “Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһында мәғлүмәт дәүләт банкы тураһында” Федераль законға бер нисә үҙгәреш индерелә. Уларға ярашлы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһында мәғлүмәт дәүләт банкына закон тарафынан ҡуйылған бурыстарҙы тейешле дәрәжәлә үтәмәгәндәре өсөн ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки сикләнгәндәр, опекун (попечитель) вазифаһынан ситләтелгәндәр, уллыҡҡа алыу уларҙың ғәйебе менән булһа, элекке уллыҡҡа алыусылар тураһында мәғлүмәттәр иҫәпкә алынасаҡ.

Федераль закон менән юғарыла атап үтелгән кешеләр тураһында мәғлүмәттәр составы, был мәғлүмәттәрҙе банкка индереү, уларҙы банктан һыҙып ташлау, шулай уҡ был мәғлүмәттәрҙе файҙаланыу тәртибе билдәләнә.


#владимирпутин

Читайте нас в