+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Сентябрь 2022, 09:10

Путин Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә Европала иң ҙур күҙәтеү ҡуласаһын асты

Рәсәй Президенты Владимир Путин баш ҡаланың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе паркында «Мәскәү ҡояшы» күҙәтеү ҡуласаһын сафҡа индереүгә рөхсәт бирҙе.

Путин Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә Европала иң ҙур күҙәтеү ҡуласаһын асты
Путин Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә Европала иң ҙур күҙәтеү ҡуласаһын асты

Рәсәй Президенты Владимир Путин баш ҡаланың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе паркында «Мәскәү ҡояшы» күҙәтеү ҡуласаһын сафҡа индереүгә рөхсәт бирҙе. Был хаҡта РИА Новости хәбәр итте.

Путин һәм Мәскәү мэры Сергей Собянин «Зарядье» концерт залынан парк менән видеобәйләнешкә сыҡты. Унда баш ҡаланың 875 йыллығына арналған концерт үтте.

Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендәге 140 метрлыҡ «Мәскәү ҡояшы» Европала иң ҙур күҙәтеү ҡуласаһы булды.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/news/2022/09/10/koleso/

Рәмил Ситдиҡов фотоһы / РИА Новости

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: