-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Сентябрь 2017, 14:36

Бала Сытырман ауыл биләмәһенән яңылыҡтар

Төҙөкләндереү өсөн Ауыл биләмәһе “Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите” проектында ҡатнаша. Уның буйынса ихата территорияларын төҙөкләндерергә мөмкин. Аҡса күсерелгәс, беҙ Бала Сытырман ауылының Титов һәм 1-се Май урамдарындағы ике ҡатлы йорттарҙың биләмәләрен төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ. Әлегә был йорттарҙа йәшәүселәр менән йыйылыш ойошторҙоҡ һәм йәмәғәт комиссияһы составын раҫланыҡ. Был аҙнала паспорттар әҙерләй башлаясаҡбыҙ.

Төҙөкләндереү өсөн

Ауыл биләмәһе “Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите” проектында ҡатнаша. Уның буйынса ихата территорияларын төҙөкләндерергә мөмкин. Аҡса күсерелгәс, беҙ Бала Сытырман ауылының Титов һәм 1-се Май урамдарындағы ике ҡатлы йорттарҙың биләмәләрен төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ. Әлегә был йорттарҙа йәшәүселәр менән йыйылыш ойошторҙоҡ һәм йәмәғәт комиссияһы составын раҫланыҡ. Был аҙнала паспорттар әҙерләй башлаясаҡбыҙ.

Ҡорбандар булмаһын өсөн

Ҡултамғалар ҡуйҙырып, янғындар тураһында хәбәр итеү йыһаздарын таратабыҙ. Ауыл биләмәһе территорияһында бындай техник саралар имен булмаған ғаиләләр йәшәгән йорттарға ҡуйылды. Ауыл халҡының 50 процентында улар ҡуйылған инде.

Л. САЙКИНА,

Бала Сытырман ауыл советы ауыл биләмәһе идарасыһы.


Сығыштары менән ҡыуандырасаҡтар

Яңы Яуыш мәктәбендә дәүләт байрамы- Башҡортостан Республикаһы көнөнә әҙерлек башланған. “Ынйылар” башҡорт балалар фольклор коллективы (етәкселәре Т. Ғәлина) Федоровка тамашасыларын театрлаштырылған яңы тамаша менән ҡыуандырасаҡ.


Яңы уйынсыҡтар

Оло Сытырман балалар баҡсаһына төрлө йәштәге туғыҙ бала йөрөй. Ошо көндәрҙә уларға яңы уйынсыҡтар ҡайтартылған.

Гөлфиә ӘХМӘРОВА.
Читайте нас: