+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
22 Сентябрь 2017, 13:00

Иғтибар! Операция!

“Контингент”-тигән оператив-профилактик сара район территорияһында сентябрҙең һуңғы ун көнөндә үтәсәк. Уның маҡсаты бәлиғ булмағандар тарафынан ҡабаттан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе булдырмауға йүнәлтелгән.

Спорт тураһында

Бөгөн һәм 29 сентябрҙә физкультура- һауыҡтырыу комплексында ГТО нормаларын тапшырыу буласаҡ. ГТО сайтында теркәлгән һәм тапшырыу өсөн код алған 9,10,11 синыф уҡыусылары үҙҙәренең спорт һәләттәрен тикшерәсәк.

ххх

23 сентябрҙә район командаһы Ҡырғыҙ-Миәкәлә БР һәм ТР атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәлимов призына бағышланған мини-футбол буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Команда составы раҫланған.

Тиҙҙән көҙгө саҡырыу

1 октябрҙән граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу башлана. Әле саҡырыуға әҙерлек бара, саҡырылыусыларҙың шәхси эштәре ҡарала. Саҡырыу һәм медицина комиссиялары төҙөлгән. Райондан 30-лап граждан хәрби хеҙмәткә саҡырыла, тип көтөлә.

Гәрәй ХӘЛИТОВ әҙерләне.

Читайте нас: