+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Сентябрь 2017, 12:34

Гончаровка ауыл биләмәһенән яңылыҡтар

Мәктәптә тормош ҡайнай Ошо көндәрҙә мәктәптә президент һайлау булды. Был вазифаға кандидат булған уҡыусы яҡшы уҡырға, әүҙем, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, лидер булырға, уҡыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш. 10 синыф уҡыусыһы Буркин Александр ошо сифаттарға эйә. Үҫмер һайлау алды программаһы менән таныштырҙы. Александр бер тауыштан мәктәп президенты итеп һайланды.

Мәктәптә тормош ҡайнай

Ошо көндәрҙә мәктәптә президент һайлау булды. Был вазифаға кандидат булған уҡыусы яҡшы уҡырға, әүҙем, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, лидер булырға, уҡыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш. 10 синыф уҡыусыһы Буркин Александр ошо сифаттарға эйә. Үҫмер һайлау алды программаһы менән таныштырҙы. Александр бер тауыштан мәктәп президенты итеп һайланды.

ххх

Әүҙем, спорт яратыусы уҡыусылар (5-10 синыфтар) Бөтә Рәсәй “Милләт кросы”нда ҡатнашты. Ә 22 сентябрҙә туғыҙынсы синыф уҡыусылары Фёдоровканың Һабантуй тауында ГТО нормаларын тапшырырға барҙы.

О. ВЕТРОВА,

Гончаровка мәктәбе директоры.


Эш тә, пландар ҙа күп

Предприятиебыҙ үләт соҡорон хеҙмәтләндереү менән мәшғүл. Территорияны ҡый үләненән таҙартабыҙ, дезинфекция эшләйбеҙ. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса төҙөлөш эштәрендә ҡатнашыуға тендерҙа еңдек. Шулай, Яңы Яуыш ауылында 600 метр оҙонлоғондағы зыярат ҡоймаһын капиталь ремонтланыҡ, ошо көндәрҙә- Тәнәй ауылы зыяратын ҡоймалап бөттөк.

А. ФАДЕЕВ,

“Монтажсервис” йәмғиәте директоры.


“Агросервис” йәмғиәтендә

иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урыу менән бер юлы башҡа мөһим эштәр ҙә башҡарылды. Йәмәғәт малдары өсөн мал аҙығы әҙерләнде. Барлығы 1520 тонна сенаж һәм 200 тонна иген фуражы һалынды. 2018 йыл уңышына 300 гектар майҙанда ужым арышы сәселде, 80 гектарҙа ужым бойҙайы сәсәһе бар. Келәттәргә 200 тонна- яҙғы, страховка һәм күсмә фонд өсөн 100-әр тонна ужым культуралары һалынған.


Район гәзитенә тәүгеләрҙән булып яҙылғандар

Гончаровка почта бүлексәһендә Михаил Буркин (Алешкин) менән Наталья Кочетовская (Гончаровка) район гәзитенә беренсе булып яҙылған. “Ашҡаҙар таңдары” гәзитенә 2018 йылға алдан яҙылыу башланыу менән, Михаил Андреевич яратҡан баҫмаһына- бер йылға, Наталья Николаевна ярты йылға яҙылған.


Татьяна ИВАНОВА.

Читайте нас: