Уҡыу йылы башланыр алдынан Юлдаш мәктәбендә һәм спорт залында косметик ремонт эшләнгән. Әле бында уңайлы ла, йылы ла. Әммә бер проблема бар- ҡаҙанлыҡтағы бер ҡаҙан иҫкергән, уны алмаштырыу талап ителә. Был белем усағында 31 уҡыусы уҡый. Әле улар Бөтә Рәсәй олимпиадаларында үҙ белемдәрен тикшерә.
Ҡоро Иҙәк ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса ремонт эштәре тулы көскә бара. Эштәрҙең бер өлөшө башҡарылған, эшселәр намыҫлы эшләй. Ҡороиҙәктәр әле үк мәҙәниәт усаҡтарының матурланыуына ҡыуана. Ҡышҡа ул эшләй башлар, ауыл халҡын традиция буйынса төрлө байрамдарға һәм сараларға йыйыр, тип көтөлә.
Сентябрҙә районда 11 бала тыуған. Былтыр көҙҙөң тәүге айында ла шунса уҡ бала тыуған булған. Быйыл үткән айҙа 9 пар никахлашҡан, 2016 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, биш ғаиләгә күберәк.
-Республика көнө алдынан Фёдоровка 1-се мәктәбендә үткән ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр сәғәте шулай тип аталған. Уҡыусыларға төбәктәге иң әһәмиәтле, сағыу ваҡиғалар хаҡында мәғлүм булған. Башҡортостан буйынса әҙәби экологик круизда уҡыусылар крайҙың күренекле урындары, хозур тәбиғәте менән танышҡан.
Бөгөн Фёдоровка 2-се мәктәбенең 11 синыф уҡыусылары өсөн Марина Цветаеваның 125 йыллығына бағышланған “Душа, незнающая меры” темаһына әҙәби сәғәт үткәрелә. Сара район үҙәк китапханаһының ултырыштар залында уҙа. Сәғәтте китапханасы Р.Г. Зәбирова алып бара.
Баҫыуҙарҙа эштәр дауам итә
Район хужалыҡтарында туңға һөрөү эштәре тулы көскә бара, азаттар лидер булып тора (1950 гектар һөрөлгән).
Бөтә ауыл хужалығы предприятиелары ла көнбағыш йыя. “Нива” йәмғиәте аграрийҙары гектарынан 18 центнер уңыш алды.