Киләһе аҙнала район мәҙәниәт йортонда яңыртылған кинозал асыласаҡ.
Район мәҙәниәт йорто кинотеатрҙарға ярҙам прог-раммаларында ҡатнашты (ул Рәсәйҙә кинотеатрҙар эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән) һәм 5 миллион һум күләмендә грант алды. Киләсәктә тамашасылар уңайлы креслоларҙа ултырып, 3D форматта кино ҡарай аласаҡ.
Хәүефһеҙлек - тәү сиратта
Райондың бөтә белем биреү учреждениеларында 4 октябрҙән 4 ноябргәсә гражданлыҡ оборонаһы айлығы уҙа. Был осорҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр, һыу ятҡылыҡтары янындағы хәүефһеҙлек, янғын хәүефһеҙлеге, террорсылыҡ һәм экстремизм ҡурҡынысы буйынса класс сәғәттәре, әңгәмәләр, лекциялар үткәрелә.
Фёдоровка районы ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам бүлеге тарафынан 2017 йылдың ноябрендә социаль йәрминкә ойоштороу планлаштырыла. Теләге булғандар юристарҙан бушлай консультация ала аласаҡ. Социаль яҡлау бүлеге һәм муниципаль район хакимиәте белгестәре ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр менән һөйләшәсәк, шулай уҡ мохтаж булғандарға башҡа һорауҙары буйынса консультация бирәсәк.
Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре сиктәрендә Яңы Яуыш мәктәбенең икенсе синыф уҡыусылары министрлыҡтан ебәрелгән биремдәрҙе яҡшы эшләгән һәм 100% сифат күрһәткән, йәғни балалар барыһы ла эштәрен «4» һәм «5» билдәләренә башҡарған.
Балаларҙың юл-тран-спорт травматизмын профилактикалау, балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һанын аҙайтыу һәм бәлиғ булмағандарҙың юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙарын киҫәтеү маҡсатында, 2017 йылдың 23 октябренән 10 ноябренә тиклем республика һәм Фёдоровка районы территорияһында “Иғтибар- балалар!” профилактик сараһы үткәрелә.
2,3 ноябрҙә “Сәләм” программаһында тура эфирҙа 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына баҫмаларға яҙылыусылар араһында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонан суперприздар уйнатыласаҡ.
Эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһындағы ҡағыҙҙар- яңыса
Мәләүез ҡалаһында республиканың страховкалаусылары менән электрон сервистар аша социаль страховкалау мәсьәләләре, шул иҫәптән “Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса электрон ҡағыҙ” (ЭЛН) проектын бойомға ашырыу буйынса зональ семинар-кәңәшмә булды. Районыбыҙҙан бюджет ойошмаларының баш бухгалтерҙары, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары буйынса иҫәп алып барыусы бухгалтерҙар, программистар- барлығы 24 кеше ҡатнашты.