М.В. Фрунзе исемендәге кооперативта уҙған аҙнала көнбағыш йыйыу тамамланған. Әле орлоҡ эшкәртеү һәм һатыу менән мәшғүлдәр. Ике машина тәүлек әйләнәһенә Маячный заводына сеймал ташый.
“Ҡаҙсылыҡ буйынса интеграция”
Был программа буйынса “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенең 2500 ҡаҙ бәпкәһе яҙын халыҡҡа үҫтереүгә бирелгәйне. Әле предприятиела ҡаҙ һуйыу бара. Бының өсөн тиҫтәләгән эшһеҙ граждан йәлеп ителгән.
ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, октябрҙә биш бала донъяға килгән. Шунса ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика күрһәтеүенсә, райондағы демографик хәл борсоуға һала. Сағыштырыу өсөн, былтырғының ошо осоронда һигеҙ пар ғаилә ҡорған, 14 бала донъяға килгән.
Сәнғәт һәм музыка донъяһында
Балалар музыка мәктәбе уҡыусылары тәүге сирек өсөн академия зачеттарын тапшырҙы. Быйылғы уҡыу йылында Фёдоровка, Бала Сытырман һәм Новоселка мәктәптәренән 100-ләгән бала “Фортепьяно” йәиһә (халыҡ, тынлы музыка ҡоралдары, хор йыры, фортепьяно, ҡурай, хореография сәнғәте) музыка сәнғәте тармағында өҫтәмә беренсел һөнәри программаны өйрәнә.
Фёдоровка 1-се мәктәбе ҡарамағындағы интернатта 35 уҡыусы йәшәй. Әтәстән, Веселовканан балалар иң күбе. Унда йәшәү шарттары өйҙәгегә яҡынлаштырылған. Раҫланған меню буйынса өс мәртәбә ҡайнар ашатыу ҡаралған, көн тәртибе балаларҙың мәнфәғәттәренән сығып төҙөлгән. Уҡыуҙан буш ваҡытта уҡыусыларҙың күпселеге өҫтәмә занятиеларға, төрлө түңәрәктәргә, факультативтарға йөрөй.
Ветеран-шахматсыларҙың йыйылма командаһы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе призына тиҙ шахматтар буйынса БР беренселегендә ҡатнашты. Ярыштар Стәрлетамаҡта 28-29 октябрҙә үтте. 80 йәшлектәр һәм унан да өлкәнерәктәр йәш категорияһында Балыҡлы ауылынан Рәшит Хәбибуллин 1 урын яуланы. Ҡатнашыусылар Ауыл хужалығы идаралығына һәм район ветеринария станцияһына ярҙамдары һәм транспорт бүлеүҙәре өсөн рәхмәтле.
эш биреүселәр персоналды үҙҙәре эҙләй, һайлай, шулай уҡ буш вакансиялар тураһында мәғлүмәт өҫтәй ала. Эшһеҙҙәр, үҙ сиратында, резюме урынлаштыра ала. Порталда мәғлүмәти бүлек бар, унда теге йәки был төбәктәрҙә уңайлы торлаҡ, хеҙмәт хаҡы кимәле, инфраструктура объекттары тураһында белергә мөмкин.
Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА әҙерләне.