+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Ғинуар 2018, 13:16

Саңғы миҙгеле асылды!

Саңғы миҙгеле асылды!

Саңғы миҙгеле асылды!

Бөгөн Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексы янындағы территорияла 11 сәғәттә район мәктәптәре уҡыусылары араһында саңғы ярыштары була. 9-11 синыф уҡыусылары 3 км, 9 синыфҡа тиклемге малайҙар- 3 км, ә ҡыҙҙар 2 км йүгерәсәк. Иң бөтмөрҙәр һәм етеҙҙәр наградаға лайыҡ буласаҡ.


Таҫма менән сигеү

11 ғинуарҙа Балалар-үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге базаһында Сиднева Лидия Петровна өҫтәмә белем биреү педагогтары өсөн таҫма менән сигеү буйынса мастер-класс үткәрҙе. Ул үҙ эштәренән бай күргәҙмә ойошторҙо һәм таҫма менән сигеү технологияһы менән таныштырҙы. Дәрестә булыусылар был ҡул эшенең нескәлектәренә өйрәнде.


Ҡышлатыу бара

“Азат” йәмғиәтенең Новоселка һөтсөлөк фермаһында 400 һыйыр быҙаулаған. Бер һыйырға уртаса тәүлеклек һауым 9 литр һөт тәшкил итә. Мал һимертеү буйынса уртаса тәүлеклек артым-580-600 г. Быҙаулау осоро яҡшы бара, барыһы ла, тиерлек, иҫән. Мал аҙығы етерлек, фермаларҙа йылы.


Яҡшы хәбәр

17 ғинуарҙа ике -Үрге Яуыш һәм Ключевка ауылдарында почта пункттары эшләй башланы. Оҙаҡ ваҡыт ауыл халҡы уларҙың юҡлығынан уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Әле кешеләр гәзит-журналдарҙы ваҡытында ала, почта аша кәрәк-яраҡтарын ебәрә, түләүҙәрҙе түләй ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, унда ла башҡа ауылдарҙағы һымаҡ почта хеҙмәттәре башҡарыласаҡ.


Лилиә КАНТИМЕРОВА әҙерләне.







Читайте нас: