+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Февраль 2018, 12:08

Кондитер цехы асылды

Күптән түгел Өсбүләктә кондитер цехы рәсми асылды. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Б.Н. Сиразетдинов, район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Н.В. Пилюкова, Дедово ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ю.А. Фадеев, район мәшғүллек үҙәге директоры Р.Ғ. Ишмөхәмәтов һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З.Р. Мөхәмәтйәнова ҡатнашты.

Халыҡ алдында сығыш яһап, район хакимиәте башлығы түбәндәгеләрҙе әйтте:

-Ауылда кондитер цехы асылыуы- район өсөн дә, өсбүләктәр өсөн дә ҙур ваҡиға. Беҙ быға шатбыҙ. Бизнестың үҫеүен, именлек, бында эшләүселәрҙең ирешелгәндәрендә туҡтап ҡалмауҙарын, тырышып эшләүҙәрен, уңыштар теләйем.
Читайте нас: