+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Март 2018, 13:22

Уңайлы булғанда, дауаланыуы ла рәхәт

Төрлө программаларҙа һәм проекттарҙа ҡатнашыу сәбәпле дәүләт тарафынан бирелгән субсидиялар урындағы әһәмиәттәге күп төрлө проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итә. Улар ярҙамында юлдар ремонтлана, ихаталар төҙөкләндерелә, һыу менән тәьмин итеү йәиһә яҡтыртыу мәсьәләләре ҡарала, социаль әһәмиәтле объекттар капиталь ремонтлана һ.б.

Районда “Реаль эштәр” һәм урындағы башланғыстарға ярҙам программаларында ҡатнашып, бихисап эштәр башҡарылды. Капиталь ремонттан һуң бер юлы ике ФАП-тың асылыуы сәләмәтлекте һаҡлау тармағында мөһим аспект булды.

Юрматы медицина учреждениеһына күптән ремонт талап ителә , түбәһенән һыу ағыуҙан туҡтамай ине. Стеналарҙағы ярыҡтарҙан ел өрөп торғас, уларҙың ҡиәфәте йәмһеҙләнгәйне. ФАП-та һыу менән тәьмин итеү системаһының булмауы ҙур уңайһыҙлыҡтар килтерҙе. Йыйыштырыусыға йыл әйләнәһе биҙрәләп һыу ташырға тура килде (21-се быуатта).
Читайте нас: