Бәхетлеләр араһында яҡташыбыҙ булыуы - Тәнәй ауылынан Борисова Марина Витальевнаның планшет отоуы тураһында хәбәр ителде. Был яңылыҡты ул редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәренән ишетте. Ул бик ғәжәпләнде, сөнки күпме тапҡыр приз-дар уйнатыуҙа ҡатнашып, беренсегә отҡан!
Марина Витальевна 16 йыл инде “Миләшкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ире Петр Евгеньевич Себерҙә эшләй. Ҡыҙҙары Ксения быйыл- медицина университетын, улдары Никита Фёдоровка 2-се мәктәбен тамамлай. Эшһөйәр йәш ғаилә иркен йортта йәшәй, ҙур хужалыҡтарында һыйыр, һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр һәм умарта ҡарайҙар.
-“Ашҡаҙар таңдары”н рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Бик файҙалы, ҡыҙыҡлы гәзит. Балалар өсөн махсус бит бар, өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт етерлек. Программа ғына күп урын ала, уның урынына ҡыҙыҡлы материалдар ҡуйып булыр ине. Редакция коллективына уңыштар, үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс материалдар, тираждарының артыуын теләйбеҙ,- ти Борисовтар.
Был татыу ғаилә, традиция буйынса, район гәзитен ғүмер буйы алдыра. Гәзиткә тоғролоҡтары өсөн уларға приз насип булғандыр ҙа инде.