+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Июнь 2018, 17:11

Бөтә эштәр ҙә комплекслы алып барыла

Райондың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәре өсөн һөт етештереү финанс яҡтан төп сығанаҡ булып тора. “Линар” йәмғиәтендә һауымды арттырыу эше комплекслы алып барыла. Мал аҙығын етештергәндә уның сифатына ла ҙур иғтибар бирелә. Бының өсөн иң тәүҙә техниканы әҙерләргә кәрәк. “Линар” йәмғиәтендә тракторҙар һәм ауыл хужалығы инвентарҙары баҫыуға сығырға әҙер. Быға хужалыҡ етәксеһе Вильнар Скрынников менән бергә машина-тракторҙар оҫтаханаһында булғанда инандыҡ. Майҙансыҡта беҙ килгәндә йәнле, механизаторҙар бригадаһы ағымдағы эштәр менән мәшғүл ине. Вильнар Викторович пресс-йыйғысты ремонтлаусы Петр Батманов тураһында яҙырға тәҡдим итте. Ул хужалыҡта 20 йылдан ашыу эшләй. Тәжрибәле механизатор техниканы яҡшы белә, уға ниндәй тракторҙы ла тапшырырға була. Машина-тракторҙар оҫтаханаһы эргәһендәге эшселәр менән аралашып, уларҙың кәйефе эшкә көйләнеүен билдәләнек. Мал аҙығының сифаты күпселектә культураларға, уларҙың ауырлығына, һутлылығына һәм туҡлыҡлылығына бәйле. Сәфәребеҙҙең киләһе этабы- ужым арышы сәселгән баҫыу ине, хужалыҡта уны сенажға һалыу өсөн сәскәндәр. Үҫентеләрҙе күрһәтеп, Вильнар Викторович мал аҙығын әҙерләүгә бер аҙнаға һуңлап төшәсәктәрен әйтте. Был ваҡыт эсендә бер йыллыҡ үләндәр үҫергә тейеш, был процесты тиҙләтеү өсөн сәсеүлектәргә аммиак селитраһы һибелә. Эспарцет сәсеүлегенә һәм 196 гектарҙағы ужым тритикалеһына һәм 93 гектарға сәселгән люцерна баҫыуына ла ашлама һибергә кәрәк буласаҡ. -Йыл ҡоро, сенаж массаһы үҫмәне, әҙерәк ашлама индерергә булдыҡ, сығымдарыбыҙҙы ҡайтарырбыҙ, тип ниәтләйбеҙ,- тип аңлатты ул. Һиптергесле МТЗ-80 тракторында Сергей Алексеев эшләй. Ашлама һалыуҙа уға Сергей Канайкин, Сергей Малиновский, Фаяз Рәимов ярҙам итә. Эштәре көйлө бара. Йәйен йәшел үләндә һөттө күп алып була. Бының өсөн малдарҙы көтөүҙе грамоталы ойошторорға кәрәк. Был уңайҙан хужалыҡта барыһы ла уйланылған. Малдарҙы иртәнән кискә тиклем малсылар Фәнис Ғәниев, Илгиз Ҡотлобулатов һәм Ильяс Ҡолһарин көтә. Малдар ваҡытында эсерелә, йәйге кәртәләрҙәге утлыҡсаларға аҡбур һәм тоҙ һалынған. Йәмғиәттә көтөүҙе яңыртыу тураһында ла онотмайҙар. Элекке Новоподоловка ауылы эргәһендәге көтөүлектә 136 тана һимертелә. Таналарҙы Альфред Тимерәйев, Николай Занин һәм Айрат Исмәғилев көтә. Малсыларҙың уңайлығы һәм көтөүгә тәүлек әйләнәһе йәнәшә булһындар өсөн вагон ҡуйылған. Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА. Роман ПОДПОРИН фотолары.

Райондың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәре өсөн һөт етештереү финанс яҡтан төп сығанаҡ булып тора. “Линар” йәмғиәтендә һауымды арттырыу эше комплекслы алып барыла. Мал аҙығын етештергәндә уның сифатына ла ҙур иғтибар бирелә.

Бының өсөн иң тәүҙә техниканы әҙерләргә кәрәк. “Линар” йәмғиәтендә тракторҙар һәм ауыл хужалығы инвентарҙары баҫыуға сығырға әҙер. Быға хужалыҡ етәксеһе Вильнар Скрынников менән бергә машина-тракторҙар оҫтаханаһында булғанда инандыҡ. Майҙансыҡта беҙ килгәндә йәнле, механизаторҙар бригадаһы ағымдағы эштәр менән мәшғүл ине. Вильнар Викторович пресс-йыйғысты ремонтлаусы Петр Батманов тураһында яҙырға тәҡдим итте. Ул хужалыҡта 20 йылдан ашыу эшләй. Тәжрибәле механизатор техниканы яҡшы белә, уға ниндәй тракторҙы ла тапшырырға була. Машина-тракторҙар оҫтаханаһы эргәһендәге эшселәр менән аралашып, уларҙың кәйефе эшкә көйләнеүен билдәләнек.

Мал аҙығының сифаты күпселектә культураларға, уларҙың ауырлығына, һутлылығына һәм туҡлыҡлылығына бәйле. Сәфәребеҙҙең киләһе этабы- ужым арышы сәселгән баҫыу ине, хужалыҡта уны сенажға һалыу өсөн сәскәндәр. Үҫентеләрҙе күрһәтеп, Вильнар Викторович мал аҙығын әҙерләүгә бер аҙнаға һуңлап төшәсәктәрен әйтте. Был ваҡыт эсендә бер йыллыҡ үләндәр үҫергә тейеш, был процесты тиҙләтеү өсөн сәсеүлектәргә аммиак селитраһы һибелә. Эспарцет сәсеүлегенә һәм 196 гектарҙағы ужым тритикалеһына һәм 93 гектарға сәселгән люцерна баҫыуына ла ашлама һибергә кәрәк буласаҡ.

-Йыл ҡоро, сенаж массаһы үҫмәне, әҙерәк ашлама индерергә булдыҡ, сығымдарыбыҙҙы ҡайтарырбыҙ, тип ниәтләйбеҙ,- тип аңлатты ул.

Һиптергесле МТЗ-80 тракторында Сергей Алексеев эшләй. Ашлама һалыуҙа уға Сергей Канайкин, Сергей Малиновский, Фаяз Рәимов ярҙам итә. Эштәре көйлө бара.

Йәйен йәшел үләндә һөттө күп алып була. Бының өсөн малдарҙы көтөүҙе грамоталы ойошторорға кәрәк. Был уңайҙан хужалыҡта барыһы ла уйланылған. Малдарҙы иртәнән кискә тиклем малсылар Фәнис Ғәниев, Илгиз Ҡотлобулатов һәм Ильяс Ҡолһарин көтә. Малдар ваҡытында эсерелә, йәйге кәртәләрҙәге утлыҡсаларға аҡбур һәм тоҙ һалынған.

Йәмғиәттә көтөүҙе яңыртыу тураһында ла онотмайҙар. Элекке Новоподоловка ауылы эргәһендәге көтөүлектә 136 тана һимертелә. Таналарҙы Альфред Тимерәйев, Николай Занин һәм Айрат Исмәғилев көтә. Малсыларҙың уңайлығы һәм көтөүгә тәүлек әйләнәһе йәнәшә булһындар өсөн вагон ҡуйылған.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Роман ПОДПОРИН

фотолары.
Читайте нас: