Әле үк Башҡортостан халҡы 20 федераль телеканалды бушлай ҡарай ала. Кирюшкин ауылынан Елена менән Андрей Селиверстовтар йыл башында телевизион приставка һатып алған. Өҫтәүенә, күп балалы ғаилә районда тәүгеләрҙән булып уны һатып алыуға компенсация алды.
Быға биш йәшлек Вероника бик шатланды. Ул Барбоскиндар тураһындағы йәнһүрәтте яратып ҡарай. Апаһы Анжелика менән ағаһы Роман фильмдар, телесериалдар, аң-белем үҫтереү тапшырыуҙарын ҡарарға ярата. Әсәһе Елена кулинария программаларын, атайҙары Андрей мәғлүмәт тапшырыуҙарын ҡарай. Телевизор ҡарарға күрше ҡыҙҙары Ангелина менән Дарина ла инә. Балалар бергә йыйылғас, каналдарҙы күсереп мәш киләләр. Был улар өсөн күңел асыу ғына түгел, донъяны аңлау, үҙҙәрен үҫтереү мөмкинлеге лә.
-Тәүҙә беҙгә IP- телевидение тапшырылғайны, әммә, етешһеҙлектәр булғылай торғайны, беҙ район үҙәгенән алыҫта йәшәйбеҙ, шуға ла уны йүнәттереү өсөн машинала барыуы ла еңел түгел. Приставка беҙҙең өсөн ысын ҡотҡарғыс булды, абонент түләүен түләргә кәрәкмәй,- ти ғаилә башлығы Андрей Исаевич. Әйткәндәй, ул приставка һатып алырға ҡарар иткән. Уны тоташтырғас, БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың указы менән граждандарҙың ике төр категорияһына – федераль социаль өҫтәмә түләүҙәр алыусы пенсионерҙарға, балаға ай һайын пособие алыусы аҙ килемле балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе хаҡында ишеткән.
-Приставканың хаҡы әллә ни ҡиммәт түгел, компенсация алыуы ла ауырлыҡ тыуҙырманы. Февраль башында заявка бирҙек, ә марттың беренсе көндәрендә үк 1000 һум аҡса алдыҡ,- тип һүҙгә ҡушылды Елена Николаевна.
Был татыу ғаилә ағҙаларының ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө. Приставка ярҙамында балаларҙың да, ата-әсәнең дә ялын мәҙәни үткәреү, аң-белем даирәләрен киңәйтеү, илдәге һәм бөтә донъялағы ваҡиғаларҙы белеп барыу мөмкинлеге бар.
“Приставка - бик шәп!”,- тиҙәр балалар ҙа, ололар ҙа.
Валерия Алтухова, мәғлүмәт-консультация үҙәге ҡарамағындағы милек мәсьәләләре консультанты:
-Һанлы ТВ-ға күсеү хаҡында бөгөндән ҡайғыртырға кәрәк. Әгәр телесигналды тышҡы йәиһә эске антеннаға ҡабул итәһегеҙ икән, 3 июндән Мәскәүҙән аналог форматындағы федераль телеканалдар программалары күрһәтеләмәйәсәк. Йәғни, мәҫәлән, “Россия” телеканалы йәиһә НТВ урынына ҡара экран килеп сығырға мөмкин. Һанлы телевидение күрһәтеү зонаһындағы ауылдарҙа йәшәүселәргә приставка һатып алғанда, бер мең һумғаса аҡсалата компенсация бирелә. Документтарҙы Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә, шулай уҡ йәшәү урынындағы күп функциялы үҙәккә тапшырырға мөмкин. Районыбыҙҙа Фёдоровка ауылы, Ленин урамы, 44 адресы буйынса. 2019 йылдың 1 ғинуарынан 25 декабренә тиклем һатып алынған приставка өсөн компенсация алыуға документтар тапшырырға була.
Һанлы телевидение күрһәтеү зонаһында йәшәмәгән һәм ике льготалы категорияға ҡараған (ғаилә хаҡында яҙғанда атаныҡ) республика халҡына спутниклы телевизион ҡоролманы һатып алыу һәм ҡуйыу БР бюджеты аҡсаһына башҡарыла. Бының өсөн ғариза менән йәшәгән урындағы үҙидара органына йәиһә Фёдоровка районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризалар 2019 йылдың 3 июненә тиклем ҡабул ителә.
Республикала компенсация алыуға 700-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, республика бюджетынан компенсацияны 200 кеше алған. Спутник телевидение ҡуйыуға 4 меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән, 800-ҙән ашыу комплект ҡуйылған.