Еңеү көнөнә бағышланған автомобилдәрҙә йөрөү тәүге тапҡыр районыбыҙҙа былтыр ойошторолғайны. Быйыл да уны дауам итергә булдылар. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Бөгөн, 7 майҙа, 15.30 сәғәттә колонна Федоровка-Бала Сытырман-Яңы Яуыш-Ҡораласыҡ-Балыҡлыбаш-Федоровка маршруты буйынса ҡуҙғалды. Автопробегта ҡатнашыусылар автомобилдәрен Еңеү символикаһы булған атрибутика менән биҙәне. Ауылдарҙа улар мемориалдарға, Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәлдәргә сәскәләр һаласаҡ, ауыл биләмәләре вәкилдәре, ветерандар, мәктәп уҡыусылары менән осрашасаҡ.