Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәр кеше бала саҡтан уҡ белергә тейеш. Балалар ҡатнашлығындағы фажиғәләр йыш ҡына уларҙың ябай ғына юл ҡағиҙәләрен белмәүенә, уларҙы үтәмәүгә бәйле булып сыға.
Беҙ балалар баҡсаһында уларҙы юлда үҙ-үҙеңде тотоуҙың мөһим ҡағиҙәләренә өйрәтергә тырышабыҙ. “Хәүефһеҙлек мөйөшө” бар, унда бөтә кәрәкле материал йыйылған. Әле балалар атай-әсәйҙәре менән бергә Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса буласаҡ китабыбыҙҙың биттәрен эшләй. Һәр ғаилә хәрәкәт иткән саҡта машинала, юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, юл хәүефһеҙлеге билдәләре тураһында материалдар әҙерләй.
Үткән аҙнала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районындағы бүлексәһенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекторы И. Мөхәмәтйәновты саҡырып, ҡыҙыҡлы сара үткәрҙек. Кескәйҙәр уның килеүен түҙемһеҙләнеп көттө, ҡыҙыҡһынып формаһын ҡаранылар, һәр һүҙен тыңлап ултырҙылар. Илшат Вәкил улы атай-әсәйҙәргә балаларҙы машинала йөрөтөү тәртибе, ә балаларға – юлды нисек итеп дөрөҫ үтергә, велосипедта нисек хәүефһеҙ йөрөргә кәрәклеген һөйләне. Тәрбиәләнеүселәр үҙ сиратында шиғырҙар һөйләп күрһәтте, йырҙар йырланы. Унан һуң бергәләп “Светофор”, “Юл хәрәкәтен көйләүсе” уйындарын уйнанылар. Балаларға ҡағиҙәләрҙе яҡшы белгәндәре өсөн грамоталар, татлы бүләктәр тапшырылды.
Динес ауылы “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире.