Кисә “Рәсәй почтаһы” ФДУПы иғлан иткән Бөтә Рәсәй ташламалар декадаһы старт алды. Ул 26 майға тиклем дауам итәсәк. Декадала “Республика Башкортостан” БР Нәшриәт йорто ДУПы ла ҡатнаша. Декада ваҡытына “Ашҡаҙар таңдары” район гәзитенә каталогтағы хаҡтан 10 процент күләмендә ташлама иғлан ителде. Редакцияла гәзитте 6 айға 518 һум 40 тингә яҙҙырырға мөмкин. Федоровка ауылы предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары коллективтарын хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ. Коллектив менән 10 һәм унан артығраҡ экземпляр яҙҙырғандарға беҙ гәзитте сыҡҡан көндө эш урынына килтереп бирәсәкбеҙ. “Районка” шулай уҡ “Буфет”, “Перекресток”, “Строитель” (92-се янғын часы ҡаршыһында), “Теремок” магазиндарына һәм дауаханаға килтерелә.