Ул Федоровка ауылының үҙәк урамында булды. Һәр водителгә “Машинала балалар” билдәһе, “Әгәр минең автомобиль ҡамасаулай икән, зинһар, шылтыратығыҙ” буклеты (унда водитель үҙенең телефон номерын яҙа ала) һәм 18 майҙа 12.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем Федоровка ауылы, Социалистик урам, 20-се йорт адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” үҙәгендә үтәсәк сараға саҡырыу открыткаһы тапшырҙылар. Тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.