Шулай, Ҡораласыҡ ауылында үткән сараға әлеге көндө иҫән булған берҙән-бер ветеран Мусин Муллағөмәр Ғәли улы саҡырылды. Ул ауыр һуғыш йылдары, өлкәндәргә генә түгел, кескәй балаларға ла күрергә тура килгән ауырлыҡтар хаҡында һөйләне.
27 апрелдә районыбыҙҙың бер нисә мәктәбендә (Новоселка, Гончаровка ауылдары) “Ағас ултырт” акцияһы булды, унда 5-9 синыф уҡыусылары һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Ә Өсбүләк ауылының “Ҡояшҡай” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында тәрбиәләнеүселәр һәм башланғыс синфтар уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар, ветерандар хөрмәтенә һауаға шарҙар һәм ҡағыҙҙан эшләнгән күгәрсендәр осорҙо.
Шулай уҡ районыбыҙ китапханаларында “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” акцияһы үтте. Китапханасылар Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙары, партизандар хаҡында һөйләне.
Бындай сараларҙы үткәреү йәштәрҙә патриотлыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә, уҡыусыларҙа дөйөм рухи ҡиммәттәргә ҡарата ихтирам булдырыуға булышлыҡ итә.
Федоровка районы МР хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бүлеге белгесе.