Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар, командаларға бүленеп, тиҙлектә һәм етеҙлектә көс һынашты. Шулай уҡ һәйеттәр был көндө “ғаилә спорт кроссы” сараһын да үткәрҙе. Саф һауа, еңелсә йүгереп килеү көс өҫтәне, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өйҙәренә күтәренке кәйеф менән таралышты.