22 май көндө Динес ауыл мәҙәниәт йортонда “Гөлләр” бейеү ансамбленең (етәксеһе Лилиә Йосопова) отчет концерты булды. Коллектив ауылдаштарына, атай-әсәйҙәренә, олатай-өләсәйҙәренә йыл буйына нимәләргә өйрәнеүен күрһәтте. Баҡсаларҙа эш ҡайнап торған, саф татар ауылында күптәр ураҙа тотҡан мәл булһа ла, зал туп-тулы ине. Әлбиттә, сығыштар бик шәп булды, улар бөтәһенә лә ижад, гүзәллек, йәшлек һәм грация атмосфераһында матур ял минуттары бүләк итте.