29 майҙа Федоровка сүплеге биләмәһендә экология өмәһе үтте. Бер нисә сәғәт эшләп, ауыл советы, пенсия фонды, район хакимиәте, район китапханаһы һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йылдар буйы йыйылған, таралып ятҡан сүпте йыйҙы.Ҡайһы берәүҙәр һаман сүптәрен үҙҙәре ташый, уны юл буйына уҡ ташлап китәләр. Һөҙөмтәлә ул бар яҡын-тирәгә таралған. Өмәлә сүптең күпселек өлөшө йыйылды, әммә ул бөтөрлөк түгел. Шуға ла әгәр халыҡтың теләге булһа, бындай өмәне ҡабатлап, сүплекте “еңергә” мөмкин.