+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
7 Июнь 2019, 18:35

Ҡораласыҡ ауылында “Йәйғор” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн Һабантуй үткәрҙе

Ул борондан килгән йола – бәйге йыйыуҙан башланды.

Ул борондан килгән йола – бәйге йыйыуҙан башланды. Оло ағай-апайҙарҙың хатта күҙҙәре йәшләнде, сөнки бәйге йыйыу хәҙер инде онотолоп бара. Баймарға килгән ҡунаҡтарҙы мәктәп директоры Сөмбөл Раффаҡ ҡыҙы Хәйбуллина сәләмләне һәм ҡотланы. Сара барышында төрлө милли уйындар оошторолдо, балаларҙан ҡалышмай, уларҙа апайҙар ҙа ҡатнашты: көйәнтә менән һыу ташынылар, тоҡ кейеп йүгерҙеләр, сүлмәк ваттылар, мендәр менән бәрештеләр, күҙ бәйләп бүләк киҫтеләр, арҡан тартыштылар, ҡатыҡ эсенән кәнфит эҙләнеләр. Был уйындар йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ауыл халҡы һәм балалар ойоштороусыларға ошондай күңелле байрам әҙерләп үткәргәндәре өсөн рәхмәттәрен әйтеп таралышты.
Читайте нас: