“Ашҡаҙар таңдары” район гәзите редакцияһы Һабантуйҙа Рәсәй Почтаһы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе менән берлектә палатка ҡорҙо. Унда гәзитебеҙгә яҙылып була ине.Редакция хеҙмәткәрҙәре өсөн уҙған аҙнала ял көндәре ваҡиғаларға бай булды. Уларға Һабантуйҙа булған бөтә хәлдәрҙе фотокамераға төшөрөргә, ял көндәрендә текстарын яҙырға, ә дүшәмбе көндө – бөгөн – иртәгә һеҙ гәзитте уҡый алһын өсөн, уны эшләп типографияға ебәрергә кәрәк ине! Бынан тыш, ял итеп, тәмле шашлык ашап, хуш еҫле сәй менән кәйефте күтәреп, халыҡ уйындарында ҡатнашып өлгөрәһеләре лә бар ине.