Ҡояшлы көндә дуҫтар йәки туғандар менән тәбиғәт ҡосағына сығып күңелле ял итке килә. Тик бындай ялдан һуң бөтә кеше лә үҙе артынан ҡалған сүпте йыймай шул. Шулай, шашлыҡ бешереп ашарға яратыусылар Һабантуй тауы аҫтында, Урмансылыҡ территорияһында урынлашҡан шишмәне сүпләп бөткән. Уны йыйыштырыу ауыр түгел дә бит. Һеҙгә бер кеше лә килеп рәхмәт әйтмәйәсәк, әммә тәбиғәт өсөн бер яҡшылыҡ эшләүегеҙҙе үҙегеҙ үк аңлап торасаҡһығыҙ.