+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Июнь 2019, 12:51

Беҙҙекеләр “Терра Башкирия” турнирына бара

Иртәгә, 15 июндә, Федоровка районы жокейҙары “Терра Башкирия” ат-спорт турнирының бишенсе этабында ҡатнашасаҡ.

Иртәгә, 15 июндә, Федоровка районы жокейҙары “Терра Башкирия” ат-спорт турнирының бишенсе этабында ҡатнашасаҡ.

Бөгөн “Яһаҡлы” крәҫтиән-фермер хужалығынан райондың ветстанцияһы һәм ауыл хужалығы идараһы оҙатыуында ойошҡан колонна юлға сыҡты. Аттарҙы алып барыу өсөн махсуслаштырылған КамАЗдарҙы М.В. Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативы һәм “Агросервис” йәмғиәте бирҙе. Жокейҙар ярышҡа мәғариф бүлеге биргән автомобилдә юллана. Ярышта Вәлитов Илсур (Юрматы, Г.М. Рощупкин КФХ), Сәғиҙуллин Фәнзил (Аҡбулат, “Үҙәк” МТС-ы), Квасов Владимир (“Искра” йәмғиәте, атты “Яһаҡлы” КФХ-һы биргән), Дәүләтбирҙин Венер (“Маяҡ” йәмғиәте, атты “Яһаҡлы” КФХ-һы биргән), Көмөшбаев Рәшит (“Линар” йәмғиәте), Уразов Алмаз (“Линар” йәмғиәте) ҡатнашасаҡ.

Шулай уҡ ярышсыларҙы хупларға район мәҙәниәт йорто артистары һәм үҙешмәкәр артистар ҙа бара. Күргәҙмәлә үҙҙәренең продукцияһын ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм эшҡыуарҙар тәҡдим итәсәк. Федоровкалар менән бергә ипподромға үҙҙәренең аттарын Баҡалы, Балтас һәм Бөрө райондарынан килгән уҙышсылар сығарасаҡ.

Ат-спорт турниры 12.00 сәғәттә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында башлана. Был тамашаны теләгән һәр кеше барып күрә ала. Әйҙәгеҙ, яҡташтарыбыҙҙы еңеүгә көйләйек, уларҙы хуплайыҡ!

Татьяна Зәйнуллина.
Читайте нас: