+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
21 Июнь 2019, 11:06

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы муниципалитеттарҙан Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы эшләгән “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә субсидиялар алыу өсөн ғаризалар йыя башланы.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы муниципалитеттарҙан Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы эшләгән “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә субсидиялар алыу өсөн ғаризалар йыя башланы.Финанслау күләме 2,3 трлн һум тәшкил итәсәк, шул иҫәптән федераль бюджет иҫәбенә – 1 трлн һум. Программа быйыл 31 майҙа раҫланғайны, тип хәбәр итә “Башинформ”.-Был бик ҙур финанслау күләме. Йыл һайын ауылды социаль үҫтереүгә 250 млрд һум аҡса бүленәсәк, шул уҡ ваҡытта әле агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы күләме яҡынса 300 млрд һум. Был уникаль мөмкинлек, уның менән файҙаланырға кәрәк, - тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.Граждандарҙы һәм предприятиеларҙы льготалы кредит системалары: 3 процентҡа тиклем ставка менән торлаҡ һатып алыу һәм төҙөүгә, 5 процент менән йорттар өсөн инженер йыһаздары һатып алыуға, 5 процентҡа тиклем ставка менән инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекттары булдырыуға һәм уларға тоташыуға кредиттар көтә.Илшат Фәзрахманов шуны ла иҫкә төшөрҙө, 2003 йылдан 2019 йылға тиклем республикала “Ауылды социаль үҫтереү” һәм “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программалары тормошҡа ашырылды, улар ауыл халҡының тормош сифатын арттырыуға йүнәлтелгәйне. Ошо ваҡытта финанслауҙың дөйөм күләме 19,23 млрд һум тәшкил итте (шул иҫәптән федераль аҡсалар – 5,88 млрд, Башҡортостан бюджеты – 7,8 млрд һум). Федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү буйынса республика лидерҙар араһында.
Читайте нас: