+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
11 Июль 2019, 14:14

“Шаян туп”

9 июлдә Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубында һәм китапханаһында балалар өсөн “Шаян туп” тип аталған күңелле, бай уйын программаһы үткәрелде.

9 июлдә Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубында һәм китапханаһында балалар өсөн “Шаян туп” тип аталған күңелле, бай уйын программаһы үткәрелде. “Шуҡ һикергес” тураһында йомаҡтар ҡойолдо, ә күпме шиғырҙар яҙылған уның тураһында?! Уларҙы балалар китапханала уҡып күрһәтте.Тағы ла кескәйҙәр менән күңелле уйындар уйнаныҡ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар белемдәрен, тапҡырлыҡтарын, спорт әҙерлектәрен күрһәтә алды. Бинала шау-шыу, шат көлгән тауыштар яңғырап торҙо. Бөтәһе лә бәхетле ине! Ә ҡатнашыусыларҙың шат йылмайған йөҙҙәрен күреү ойоштороусылар өсөн иң ҙур бүләк!“Боулинг” уйыны балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бына ҡайҙа ул көнәркәшлек рухы!!! Бәрҙерелгән кеглиҙар өсөн балалар кәнфиттәр алды. Кемде күберәк? Һөҙөмтәләр төрлөсә, әммә бер кем дә призһыҙ ҡайтып китмәне.
Читайте нас: