Районыбыҙҙың Фёдоровка ауылында “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына йөҙ объект” программаһы буйынса төҙөлгән яңы бассейнды сентябрҙә асыу планлаштырыла.
Нигеҙ буйынса эштәр тамам, монолит стеналар һәм чаша төҙөлгән. Бина каркасы монтажланған, тышҡы стеналар күтәрелгән, түбә ҡуйыу буйынса эштәр тамамланған. Бинаның дөйөм майҙаны 1627 квадрат метрҙан ашыу.
“Әлеге ваҡытта тышҡы стеналарҙы күтәреү, биҙәкләү эштәре бара. Һыу үткәреү һәм канализация, йылылыҡ һәм тышҡы электр селтәрҙәрен үткәрә башланылар. Объектты сентябрҙә төҙөп бөтөү планлаштырыла”, - тип хәбәр итәләр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәт хеҙмәтендә.