+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Июль 2019, 18:24

Еңеүселәр юлы

9-13 июлдә Мәскәү ҡалаһының “Патриот” паркында “Еңеү” хәрби-спорт уйыны булды.

9-13 июлдә Мәскәү ҡалаһының “Патриот” паркында “Еңеү” хәрби-спорт уйыны булды. Быйыл унда 78 йәш армиясылар командаһы ҡатнашты – был рекордлы һан!Ҡатнашыусылар араһында – һайлап алыуҙың төбәк этабын үткән йәш армиясылар командалары, егеттәр һәм ҡыҙҙар. Башҡортостан Республикаһынан Федоровка районының “Рәсәй патриоты” һәм Күмертау ҡалаһының “Гефест” хәрби-патриотик үҙәге егет һәм ҡыҙҙарынан булдырылған команда сығыш яһаны. Дүрт көн буйына улар алты хәрби-спорт дисциплинаһында һәм интеллектуаль конкурстарҙа иң яҡшы команда исеме өсөн көрәште. Ҡатнашыусылар сафта йөрөү әҙерлеген, Рәсәйҙең хәрби тарихын белеүҙәрен күрһәтте, махсус ҡаршылыҡтар һыҙатын, ут рубежын, эстафетаны үтте һәм “Еңеүселәр юлы” уйынында иң көслөләрҙе билдәләне.Дөйөм команда зачетында Рәсәйҙең, Әрмәнстандың һәм Белорусияның 78 командаһы араһында беҙҙекеләр 23-сө урынды яуланы.Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ республика, районыбыҙ үҙенең үҫмерҙәре менән ғорурлана алыуын күрһәтте. Батыр егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яңылыҡ сығанағы: https://vk.com/morb.education49
Читайте нас: